Рспублика етәксеһе Радий Хәбиров йәмәғәт транспортында йөрөгән өсөн компенсация түләү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. “Ташлама алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы, күп функциялы үҙәк һәм социаль үҙәктең урындағы бүлексәһендә ғариза яҙырға кәрәк”, - тине Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Балаларға транспорт картаһы кәрәк була. Башҡортостан Һанлы үҫеш министры урынбаҫары Денис Слепов:
Күп балалы ғаиләләр өсөн транспортта льгота менән файҙаланыу мөмкинлеге 23 октябрҙә тулыһынса эшләй башлай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, бында ата-әсәләрҙең дә әүҙемлеге мөһим.




