Акция 20 октябргә тиклем бара. Халыҡ тимер аҡсаны купюраларға алмаштыра ала. Акцияла 159 банктың 44 меңдән ашыу бүлексәһе, шулай уҡ 3 мең ярым сауҙа комплексы ҡатнаша. Тәңкәләр күләме буйынса сикләү ҡуйылмаған. Бындай аҙналыҡ яҙын да ойошторолдо, банктарға 31 миллион тәңкә килтерелде.




