Радий Хәбиров Рәсәйҙең киңлектәге үҫеше буйынса стратегик сессияла ҡатнашты

Рәсәйҙе үҙгәртеп ҡороу буйынса күләмле пландар әҙерләгәндә халыҡ фекерен һәм бизнесты иҫәпкә алыу бик мөһим. Был турала ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе. Видеобәйләнеш режимында Рәсәйҙең киңлектәге үҫеше буйынса стратегик сессияла Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Кәңәшмәне асып Михаил Мишустин, уның көн тәртибе милли маҡсаттарға өлгәшеүҙә, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим әһәмиәткә эйә, тип билдәләне. Был бурыстарҙы хәл итеү нигеҙендә илдең киңлектәге үҫешенең актуалләштерелгән стратегияһы ята. Әҙерләнгән документ ағымдағы хәлде һәм заманса саҡырыуҙарҙы иҫәпкә ала. Уға ингән бөтә саралар яңыртылған тармаҡ стратегиялары, милли проекттар, дәүләт программалары, шулай уҡ инфраструктура төҙөү пландары менән синхронлаштырылырға тейеш. Бөтә нигеҙләнгән тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләрҙе тикшергәндән һуң, декабрҙән дә ҡалмайынса Рәсәйҙең киңлектәге үҫеше стратегияһы раҫланырға тейеш, - тине Михаил Мишустин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ