Өфөлә МХО яугирҙары һәм ветерандарына миҙалдар һәм ветеран таныҡлыҡтары тапшырылды

Республика көнө алдынан Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фондының Башҡортостан филиалында махсус хәрби операция яугирҙары һәм ветерандарына Миңлеғәле Шайморатов миҙалдары һәм ветеран таныҡлыҡтары тапшырылды.

Республика Башлығы исеменән дәүләт наградаларын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы. Миҙалға махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән биш хәрби лайыҡ булды, алты хәрбигә таныҡлыҡ бирелде. Улар бөтәһе лә «Вагнер» шәхси хәрби компания яугирҙары.

Мин 2022 йылдың сентябрендә үҙ теләгем менән махсус хәрби операцияға киттем. Былтыр февралдә ҡайттым. Хәрби хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн рәхмәтлемен, был минең өсөн ғорурлыҡ.

Александр Илтуғанов, М. Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеүсе махсус хәрби операция ветераны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ