Өфөлә мөһим тармаҡтарҙа яһалма интеллект технологиялары ҡулланыу буйынса дизайн-сессия уҙғарылды

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-Холлында мөһим тармаҡтарҙа яһалма интеллект технологиялары ҡулланыу буйынса дизайн-сессия уҙғарылды. Иғтибар Һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, сәнәғәт өлкәһе, ауыл-ҡалалар үҫеше мәсьәләренә, дәүләт идаралығына йүнәлтелде. Һанлы трансформацияға бәйле эшлекле сарала башҡарма власть органдары, ғилми берләшмә һәм төрлө өлкә белгестәре ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте етәкселеге билдәләүенсә, төбәктә заманса мәғлүмәт технологиялары үҫеше һәм алдынғы ҡарарҙар индереү буйынса мөһим эштәр башҡарыла.

Төрлө тармаҡ белгестәренән торған эшсе төркөмдәр эшмәкәрлегендә яһалма интеллект ҡулланыу мөмкинлектәрен барлап, үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу стратегияларын тәҡдим итте. Эшлекле сара «Мейе штурмы» форматында үтте.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ