Республика профсоюздар федерацияһы ағзалары, төрлө предприятие-ойошмаларҙан һөнәри эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәткәрҙәр экскурсияла булып, парламент эшмәкәрлеге менән танышты. Учреждение стеналарында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сәғит Ғималетдиновтың күргәҙмәһе лә асылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Башҡортостандың һынлы сәнғәт үҫешенә индергән өлөшө һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сәғит Ғималетдинов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт ҡағыҙын алды. Парламент стеналарында асылған күргәҙмәлә авторҙың 18 картинаһы тәҡдим ителгән. - Кесе Уларҙа Кесе Ватанға, хозур тәбиғәтле республика һәм унда йәшәгән күп милләтле халыҡҡа һөйөү сағылыш тапҡан
Күргәҙмәне асыу тантанаһында депутаттарҙан тыш, Республика профсоюздар федерацияһы, төрлө предприятие-ойошма вәкилдәре лә ҡатнашты. Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайға улар асыҡ ишектәр көнө нә саҡырылғайны. Парламент етәксеһе билдәләүенсә, учреждение стеналарында күренекле рәссамдарҙың күргәҙмәләре даими үтә.
Республика көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа төбәктең профсоюздар федерацияһы ағзалары менән эшлекле осрашыу ҙа уҙғарылды. Парламент етәкселеге Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән төрлө тармаҡ белгестәрен закондар сығарыуҙа һәм хоҡуҡ ҡулланыу практикаһы анализында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа ойошторолған Асыҡ ишектәр көнөндә ҡатнашыусылар Виктор Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының ижади эштәр күргәҙмәһе менән дә танышты. Йәш авторҙарҙың төрлө жанр һәм техникаларҙа яҙылған картиналары һәр кемде уйланырға мәжбүр итте.
Гөлназ Хәйбуллина



