Республика аграрийҙары 32 мең гектар баҫыуҙан шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алған

Был дөйөм майҙандың 55 проценты. Благовар һәм Бүздәк райондарында татлы тамыр уңышы юғары булыуы билдәләнә. БЮТ ижади төркөмө урында эшләүсе Лентерра ойошмаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Уңайлы һауа шарттары ауыл хужалығы эштәрен уңышлы алып барыуға булышлыҡ итә. Аграрийҙар өсөн ҡояшлы һәм ҡоро көндәр айырыуса мөһим. Әлеге ваҡытта республиканың 19 районында, шул иҫәптән Бүздәк һәм Благовар райондарында ла шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу әүҙем бара. Быйыл Лентерра ойошмаһы был техник культураны 5 мең гектар майҙанда ултыртҡан. Урып-йыйыуҙы ваҡытында тамамлау өсөн эш бер көнгә лә туҡтамай.

Баҫыу эше менән бер рәттән ауыл хужалығы техникаһы ла тәртипкә килтерелә. Был комбайндар быйылға үҙ миҙгелен тамамлаған, әле улар «ҡышлауға» әҙерләнә.

Техника таҙа һаҡланырға тейеш. Шуға күрә тәүҙә ҡыйҙан таҙалайбыҙ, йыуабыҙ, һуңынан кәрәкле агрегаттар, запас частәр һатып алып ремонт яһаясаҡбыҙ. Ғөмүмән, быйылғы урып-йыйыу эшендә техника үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте.

Вадим Малыхин, «Лентерра» ойошмаһының әйҙәүсе инжнеры

Ойошмала башлыса йәштәр эшләй. Улар әйтеүенсә, төпкөл ауылдарҙа ла килемле һәм уңайлы эш табырға була. Өҫтәүенә, хужалыҡтар хәҙер заманса техника менән йыһазландырылған.

Механизатор менән агрономдарға ҡытлыҡ һиҙелә. Әлеге ваҡтта Башҡорт дәүләт аграр университеты менән килешеүҙәр төҙөйбеҙ. Студенттарҙы стажировкаға, унан һуң эшкә алырға әҙербеҙ.

Виталий Нестеренко, «Лентерра» ойошмаһы генераль директоры

Әлеге авҡытта республикала 32 мең гектарға яҡын баҫыуҙа шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған, был дөйөм майҙандарҙың 55 процентын тәшкил итә. Был турала Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов оператив кәңәшмә барышында хәбәр иткәйне. Татлы тамырҙы эшкәртеү өсөн Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтары тулы ҡеүәттә эшләй.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ