Нәҙекәйбилдәр менән тартма музейҙың Умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ залында ҡуйылған. Балыҡтарҙан һуң, был музейҙағы икенсе тере йән эйәләре. Экспозиция өсөн тыныс, саҡмай торған Карника тоҡомло бал ҡорттары һайланған. Музей ҡунаҡтары өсөн улар зарарһыҙ, шулай уҡ экспозиция залындағы «быяла умарта» эсендә уларға ла хәүеф янамай. Күргәҙмәгә ҡуйылыр алдынан, бөжәктәрҙе музей биләмәһе менән таныштырғандар, улар махсус торба аша урамға осоп сыға ала. Бал ҡорттары музейҙа ҡышлар, тип көтөлә. Ә етештергән бал менән улар үҙҙәре туҡланасаҡ.



