Республика Башлығы исеменән махсус хәрби операция ветерандарына Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов миҙалын һәм ветеран таныҡлығын Башҡортостан хөкүмәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы. Һынауҙар көслө кешеләрҙе булдыра. Быны һәр ваҡыт яугирҙар менән осрашҡанда күрәм. “Ватанды һаҡлаусылар” фондында хәрбиҙәр менән осрашыу матур йолаға әйләнде. Ветеран статусы яугирҙарға тейешле түләүҙәр, ташламалар алыу һәм реабилитация үтеү мөмкинлеген бирә. Уларҙы рәсмиләштереүҙә фонд филиалы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә”, тип билдәләгән Максим Забелин Телеграмм каналында.




