Республика Башлығы Радий Хәбиров әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә премия тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Юғары наградаға Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәле өсөн скульптор Салауат Щербаков, Өфө хосписы проекты өсөн “БашкирГражданПроект” авторҙары - Роберт Александров, Станислав Александров һәм Марина Завиская, “Төньяҡ амурҙары” тулы метражлы анимация фильмы өсөн Артур Абдрахманов, Юнир Әминев һәм Камил Буҙыҡаев лайыҡ булды.




