“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы Өфө–Инйәр-Белорет автомобиль юлына асфальт һалына башланы. Эштәр Ҡырмыҫҡалы районы Варшавка ауылы эргәһендәге 1 киллометр ярым арауыҡтағы трассала алып барыла. Асфальт-бетон япмаһын яңыртылғандан һуң, подрядсы ойошма юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя. Быйыл Өфө- Инйәр-Белорет автомобиль юлында дөйөм оҙонлоғо 11 саҡрымдан ашыу өс участканы тәртипкә килтереү ҡарала.




