Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. «Хеҙмәттәр менән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы, инновация продукцияһын етештереү менән шөғөлләнгән урта һәм бәләкәй бизнес эшҡыуарҙары файҙалана ала. Дәүләт ярҙамы Төбәк инжиниринг үҙәге тарафынан «Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарҙар инициативаһын хуплау» милли проекты сиктәрендә күрһәтелә. Ярҙамды алыу өсөн 18 октябргә тиклем заявка бирергә кәрәк. Был сертификат нимә бирә? Тәү сиратта ул продукцияның юғары сифатын иҫбатлай.
Был күрһәткес Башҡортостанда йәшәүсе ҡулланыусылар һәм тышҡы сауҙа баҙарына сығыр өсөн мөһим. Беҙҙең партнерҙар араһында Хәләл сертификаты хеҙмәттәшлек шарты булған илдәр байтаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәм, Башҡортостан Рәсәйҙә Хәләл хеҙмәттәре сифаты компетенциялар үҙәге вәкиллеге асылған беренсе төбәк булып тора. Бөтәгеҙгә лә уңыштар», - тип яҙған Радий Хәбиров.



