Ул 85 процентҡа әҙер. Объект быйыл июндә сафҡа индерелә башлаған. Подрядсылар әйтеүенсә, ҡарҙы утилләштереү тәртибе предприятие биләмәһендә урынлашҡан башҡа ҡоролмалағы кеүек үк буласаҡ. Ул уҙған миҙгелдә үҙен тулыһынса аҡлаған. Предприятиела бындай ике ҡоролма тәүлегенә 2 мең кубометрҙан ашыу ҡар массаһын эшкәртә аласаҡ.
Әйткәндәй, Өфөлә ҡарҙы утилләштереү буйынса ике генә предприятие иҫәпләнә. Улар ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәрендә урынлашҡан. Баш ҡаланың географик үҙәгендәге ҡоролмаға килгәндә, уны ноябрь аҙағына файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Төҙөүселәр һәм заказсылар, объект тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй һәм ҡала юлдарын, урамдарын ҡарҙан таҙартыуҙы һиҙелерлек тиҙләтер, тип ышандыра.



