Өфөлә алтынсыға әсәй булған ҡатынға кесарь киҫеме менән операция яһалған

Уның бөтә балалары ла ошо ысул менән тыуған. Алтынсыға ауырға ҡалыу уға хәүеф менән янай, тик гүзәл зат йөклөлөктө өҙмәй. Республика клиник перинаталь үҙәк белгестәре ярҙамында әсә менән баланың ғүмере ҡотҡарылған. Сабый ваҡытынан алда донъяға килһә лә, сәләмәт. Эльмира Ҡотлоғәлләмоваға 32 йәш, ул 4 ҡыҙ һәм 2 малай әсәһе.

Әле сабый табиптар күҙәтеүендә һаулығын нығыта. Был осраҡ уникаль һаналһа ла, перинаталь үҙәк белгестәре өсөн был беренсе тәжрибә түгел.

Операция 3 сәғәт дауам итте. Әлбиттә, ҡатмарлыҡтар булды. Пациент күп ҡан юғалтты. Шулай ҙа беҙ бөтә көсөбөҙҙө һалып, сабыйҙы ла, әсәнең бала табыуөсөн яуаплы органдарын һаҡлап ҡалдыҡ.

Эльмира Ғәлимова, Республика клиник перинаталь үҙәгенең 2-се бала табыу бүлеге мөдире

Операцияла эшләгән бригадаға акушер-гинекологтар ғына түгел, ҡан тамырҙары хирургтары, анестезиологтар һәм башҡалар инә. Ҡатмарлы әмәлиәтте үткәреү өсөн табиптар оҫталығы һәм бала табыу йортоноң юғары техник тәьминәте талап ителә. Республика клиник перинаталь үҙәге был талаптарға тулыһынса яуап бирә.

Ирина Фәтҡуллина, Республика клиник перинаталь үҙәге баш табибы урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ