Бөгөн билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан шәхестең Өфөләге Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы. Сарала журналистар, баҫма һәм электрон мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы республикабыҙ йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылырлыҡ эштәр башҡарған. Уның тормошо тарихи дәүергә тура килһә, бөгөнгө журналистар ҙа яңы шарттарҙа эшләй. Улар барлыҡ ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнай, яугирҙарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләре тураһында һөйләй, мөһим проблемаларҙы яҡтырта, тиелде сара барышында. Республикала Шаһит Хоҙайбирҙин исемен йөрөткән премия журналистика өлкәһендә иң абруйлы наградаларҙан һанала. Әйткәндәй, лауреаттар исеме яҡын арала тағы ла тулыланасаҡ. Быйыл премияға йәмғеһе 14 журналист һәм 13 ижади коллектив тәҡдим ителгән.



