Өфөлә «Нағышлы Башҡортостан» республика фестивале башланды

Сара былтыр Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған «Башҡортостандың сигелгән картаһы» проектының дауамы булып тора. Ике көн дауамында Милли музейҙа үтәсәк программа семинар һәм практик өлөштән торасаҡ. Ҡул эше оҫталары сигеү сәнғәтендә ҡулланылған орнаменттар, уларҙың тәғәйенләнеше һәм грамоталы файҙаланыу тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлаша. Лекторҙар араһында билдәле ғалимдар ҙа бар. Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ