Өфөлә КВН командалары араһында Республика башлығы кубогына уйын үтте

Шаяндар һәм отҡорҙар көс һынашты. «Торатау» Конгресс-холында КВН командалары араһында Республика башлығы кубогына уйын үтте. Сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров булды.

Шаяндар һәм отҡорҙар араһындағы ярыш Башҡортостан башлығы гранттары фонды булышлығында ойошторолған. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Белоруссиянан 14 команда ҡатнашты. Сығыштар патриотизм, тыуған яҡҡа һөйөү һәм башҡа темаларға арналды. Башҡортостан башлығы ихлас юмор өсөн рәхмәт белдерҙе.

Уйын йомғаҡтары буйынса ҙур кубокка Свердловск өлкәһенән килгән «Леон Киллер» командаһы лайыҡ булды. Урта кубок Өфөнән «Берләшкән вокал көстәренә « эләкте. Ә бәләкәй кубокты Стәрлетамаҡтан «Класташтар» төркөмө яуланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ