Радий Хәбиров БҒӘ Йыллыҡ инвестиция йыйылышы генераль директоры менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Йыллыҡ инвестиция йыйылышы генераль директоры Вәлид Фаргал менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлдары иғтибарға алынды. 2025 йылдың апрелендә Абу-Дабиҙа үтәсәк инвесторҙар форумында Башҡортостан иҡтисади потенциалын презентациялау тәҡдиме еткерелде. Вәлид Фаргал Башҡортостан делегацияһын форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдә инвесторҙар, бизнес вәкилдәре менән ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға саҡырҙы.

Башҡортостанда халыҡ-ара инвестициялар йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәр байтаҡ. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә 2025 йылда форум-конференцияла һигеҙ йүнәлештә эш алып барыу күҙаллана. Халыҡ-ара сауҙа, инвестициялар, ауыл хужалығы, ҡалаларҙы үҫтереү һәм башҡалар йүнәлештәрҙә килешеүҙәр төҙөләсәк. Башҡортостан делегацияһын тәжрибә уртаҡлашыу, хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн форумда ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Вәлид Фаргал, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Йыллыҡ инвестиция йыйылышының генераль директоры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ