Өфөнөң тимер юл вокзалында Павел Самойлинды ҡаршы алдылар

«Беҙ ҡайтырбыҙ» тип махсус хәрби операцияға киткән коллегабыҙ Павел Самойлин тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Юҡҡа ғына уның хәрби ҡушаматы ла «Ҡайтыр» түгел. Ҡаты бәрелештәрҙә йәрәхәтләнеп бер нисә көн емереклектәр аҫтында ятҡан яугир тап еңеп ҡайтыу теләге, йәшәү көсө менән иҫән ҡала. Әле ул Мәскәүҙә дауаланғандан һуң тыуған Өфөһөнә ҡайтты. Тимер юлы вокзалында уны яҡындары һәм хеҙмәттәштәре ҡаршы алды.

Разведчик вазифа түгел, ә булмыш. «Ҡайтыр» ҡушаматлы яугир ҙә Һауа десант ғәскәрҙәренең хәрби разведкаһы девизына ғүмерлеккә тоғро ҡала. Башта зәңгәр берет, ҡулда ғәскәри әләм. Перронда уны бергә эшләгән хеҙмәттәштәре һәм яҡындары ҡаршы алды.

Аяҡтар һынһа ла рух һынмаған. Павел Самойлин ни тиклем дәртләнеп фронтҡа киткән шундай уҡ кәйеф менән кире ҡайтты. Ә бит яугирға үлемдең үҙе менән көрәшергә тура килә. Ҡаты бәрелештәрҙән һуң эҙһеҙ юғалған Павелды туғандары һәләк булған тип тә ишетә. Ләкин уның иҫән булырына өмөттәрен өҙмәй.

Дошман дрондары һөжүменән һуң бер нисә көн емереклектәр аҫтында ятып мөғжизә менән генә ҡотҡарылған «Ҡайтырҙың» яҙымышын тотош республика күҙәтте. Яуҙа башты һалырға хоҡуғым юҡ ине. Сөнки мин еңеү менән ҡайтырға тип киттем, ти Павел.

Табиптар Ҡайтырҙы үлем ҡулынан йолоп тигәндәй ала. Хәҙер иһә барыһы ла яугирҙың үҙ ҡулында. Көслө рухлы коллегабыҙҙың аяҡҡа баҫырына һәм ғәҙәти тормошҡа ҡайтырына шик юҡ. Юҡҡа ғына ул хәҙер Батырлыҡ ордены кавалеры түгел.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ