Ул бөгөн башланып, 3 көн дауам итәсәк. Тест һорауҙары башҡорт телен ирекле, башланғыс кимәлдә белеүселәр һәм диалектта һөйләшеүселәр өсөн бүленгән. Икенсе йыл рәттән үткәрелгән олимпиадала теләгән һәр кем ҡатнашып, белемен һынай ала. Сара Башҡортостан башлығы грантына Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын тормошҡа ашырыу фонды тарафынан үткәрелә.
Иртәнге сәғәттәрҙән үк олимпиаданы ойоштороусылар республиканың төрлө нөктәләренән шылтыратыуҙар ҡабул итә. Олимпиаданың тәүге көнөндә ҡатнашыусылар әүҙемлек күрһәтә. Улар шул тиклем күп, хатта сайт был йөкләнешкә сыҙамай. Былтыр олимпиадала 30 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. География ла киң.
Быйыл ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булыр, тигән ышаныста ойоштороусылар. Башҡорт теленә башҡа милләттәрҙең дә иғтибар итеүе мәртәбәле, тип белдерҙе Башҡортостан башлығы ла. Радий Хәбиров фекеренсә, онлайн-олимпиада - туған телде популярлаштырыу өсөн сираттағы яҡшы ысул. Ғәҙәттәгесә, ул өс кимәлгә - башҡорт телендә иркен аралашҡан, башланғыс кимәлдә өйрәнгән һәм диалектта һөйләшкән кешеләр өсөн бүленгән.
Өс кимәлдә лә һорауҙарҙы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары төҙөгән. Былтыр башҡорт телендә ирекле һөйләшеүселәр тест һорауҙарын ҡатмарлы, тип тапҡан. Шуға быйыл тел һәм әҙәбиәт белгестәре уларҙы ябайлаштырырға тырышҡан.
Олимпиадала 30 һорау бирелгән, уларға 45 минутта яуап биреп өлгөрөргә кәрәк. Аҙағында ҡатнашыу тураһында сертификат та бирелә. Олимпиаданы үтер өсөн, ябай смартфон йәки компьютер етә. Онлайн бәйге башҡорт телен һанлаштырыуға өлөш индерә.
Һорауҙарға дөрөҫ яуаптар олимпиада тамамланғас билдәле буласаҡ. Ойоштороусылар осраҡлы рәүештә бер нисә ҡатнашыусыға бүләк тә тапшырасаҡ. Олимпиадала 11 октябргә тиклем ҡатнашырға мөмкин.
Рәзилә Ғилметдинова



