Ике көн дауамында ҡул эше оҫталары сигеү сәнғәтендә ҡулланылған орнаменттар, уларҙың тәғәйенләнеше һәм грамоталы файҙаланыу тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлаша. Лекторҙар араһында билдәле ғалимдар ҙа бар. Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Иглин районынан Ғәбиҙә Вәлиева фестивалгә харауыс эшләү технологияһына өйрәнер өсөн махсус килгән. Республикала Ҡурған өлкәһе башҡорттарына хас традицион милли кейем комплектын тергеҙеп, халыҡҡа еткереүсе булараҡ абруй ҡаҙанған. ханым бөгөн дә эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың күбеһе үҙ эшенең оҫталары. Улар үҙ район-ҡалаһындағы ғына түгел, республикала ойошторолған төрлө мәҙәни сараларҙа ла танылыу яулаған.
«Нағышлы Башҡортостан» республика фестивале былтыр Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған «Башҡортостандың сигелгән картаһы» проектының дауамы булып тора.
Сара иртәгә лә дауам итә. Фестиваль майҙансыҡтарында ғалимдар сығыштары, ҡул эштәре оҫталарынан оҫталыҡ дәрестәре көтөлә. Башҡортостан Милли музейында «Башҡортостандың сигелгән картаһы» менән дә тағы ла бер тапҡыр яҡындан танышырға мөмкин. Күргәҙмәгә ҡайып сигелгән башҡа өлгөләр ҙә сығарыласаҡ.
Азат Ғәлиуллин



