Өфөлә бер нисә урам машиналар өсөн ябыла

Ҡалала уҡыусыларҙы  шайморатовсылар рәтенә алыу сараһы ойошторола. Ошоға бәйле бөгөн Театр урамында һәм иртәгә Пушкин һәм Совет урамдарында бер нисә сәғәткә  сикләү була. Йәмәғәт транспорты йөрөшө лә үҙгәрә. Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылдан Башҡортостанда Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән кластар асыла башланы. Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында шайморатовсыларҙың ант биреү тантанаһы матур йолаға әүерелде.

Фото №1 - Өфөлә бер нисә урам машиналар өсөн ябыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ