Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә агросәнәғәт форумында эш башланы

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов трактор, комбайн, ауыл хужалығы агрегаттары күргәҙмәһендә булды. - Республикала 30 яңы һөт фермаһы төҙөү планлаштырыла. Яңы техника кәрәк, - тип белдерҙе ул. Шулай уҡ Белоруссияның "Гомсельмаш", Рәсәйҙең "Ростсельмаш" компаниялары вәкилдәре менән осрашыу булды. Мәскәүҙә "Алтын көҙ" агросәнәғәт күргәҙмәһе 12 октябргә тиклем дауам итә. Бында Башҡортостан предприятиелары продукцияһы ла күрһәтелгән.

Фото №1 - Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә агросәнәғәт форумында эш башланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ