Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырыла

Туриндустрия өлкәһендә эшләүсе иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе "Атҡаҙанған туризм хеҙмәткәре" тип билдәләйҙәр. Республика парламентында "Дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһындағы" законға төҙәтмәләр әҙерләнгән. Документ ошо айҙа пленар ултырышта ҡарала. - Бөгөн туризм үҫешә. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанды ҡунаҡсыл төбәк итеп таныта. Маҡтаулы исем һөнәрҙең абруйын арттырыуға, тармаҡ үҫешенә булышлыҡ итәсәк, тине спикер Константин Толкачев.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ