11 октябрҙә Республика көнөндә Өфөлә тағы бер төркөм уҡыусылар тантаналы шарттарҙа ант бирә. Республикала әле 251 шайморатов класы бар. Уларҙа 5 мең 300-ҙән ашыу бала белем ала. Яңы уҡыу йылында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән 69 класс асылды.




