Республика Хөкүмәтендә уның камиллаштырыу темаһы ҡаралды. Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдереүенсә, төп маҡсат - граждандар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу. - Видеокүҙәтеү системаһына айырыуса иғтибар бирелә. Диспетчер хеҙмәттәре һәм полицияның дежур бүлексәләре 4 мең ярымдан ашыу камера менән бер селтәргә тоташҡан. Быйыл улар ярҙамында 68 енәйәт асылған, тине Андрей Назаров. Был системаны камиллаштырыу өсөн финанс сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.




