Ғинуар-сентябрь айҙарында сит илдәрҙән 3 мең 200 тоннанан ашыу продукция алынған. Был уҙған йылдың ошо осорондағынан өс тапҡырға күберәк. Башҡортостан йәшелсә-емеште Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә һәм Ирандан импортлаған. Ҡарбуз, кәбеҫтә, томат, кишер, мандарин, әфлисун, лимон, абрикос күпләп индерелгән.




