Акция 8-се тапҡыр уҙғарыла. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифһаын башҡарыусы Рөстәм Моратов белдереүенсә, теләгән һәр кеше иҡтисад буйынса белемен тикшерә. Бөгөнгө шарттарҙа ил иҡтисады үҫеше нигеҙҙәрен белеү айырыуса көнүҙәк булып тора. Диктантты 15 октябрҙә Өфөлә Рәсәй хөкүмәте янындағы финанс университеты филиалында яҙырға мөмкин.




