Бындай ярҙам 8 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәр өсөн ҡаралған. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа профилле комитет ултырышында ошо турала белдерелде. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә ай һайын пособие бирелә, балаларҙы уҡытыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәрҙең бер өлөшө компенсациялана.




