Район үҙәгенең 2-се гимназияһында өс таҡтаташ асылды. Тәүгеһе - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, белем усағына нигеҙ һалыусы һәм оҙаҡ йылдар директор булып эшләүсе Рафаил Искәндәровҡа бағышланған. Икенсеһе - ошо мәктәпте тамамлаусы, яугир-интернационалист Айҙар Мәхмүтов иҫтәлегенә асылды. Афғанстан республикаһы биләмәһендә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ул һәләк булғандан һуң “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены һәм “Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Өсөнсө таҡтаташ замандашыбыҙ, махсус хәрби операция һалдаты Нәғим Кәбировтың исемен мәңгеләштерә. Нәғим Зәғит улы быға тиклем гимназияла физика фәненән уҡыта. Ил һаҡларға ул үҙ теләге менән 2023 йылдың октябрендә юллана. Уның иҫтәлегенә “герой партаһы” ла ҡуйылды. Ул Нәғим Зәғит улы уҡытҡан физика кабинетында урынлашҡан.



