Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холлында үткән тантанала йөҙҙән ашыу кеше юғары награда, почет грамотаһы һәм рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре - табиптар, ауыл хужалығы эшсәндәре, уҡытыусылар, сәйәсмәндәр, яҙыусылар, төҙөүселәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм башҡа белгестәр бар ине. Наградаларҙың бер өлөшөн Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилин тапшырҙы. Ул Донбасс төбәктәрен төҙөкләндереүгә, урындағы халыҡҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтеүгә ҙур өлөш индереүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.



