Ил һаҡларға ант биргәс, өйҙә ултырып ҡалып булмай. Был турала Рәсәй Оборона министрлығы менән конракт төҙөүсе Хәлит Ғөбәйҙуллин белдерҙе. Ир 2000-се йылдар башында әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Махсус хәрби операциянан да ситтә ҡалмаҫҡа, ил һағына баҫырға тигән ҡарарға килә. Әле ул Башҡортостандың хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пунктына килеп килешеү төҙөй. Медицина тикшеренеүҙәрен үткәндән һуң, хәрби әҙерлек үтеү урынына юлланасаҡ.
Хәрби хеҙмәткә контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан халҡы 1 миллион 205 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Айлыҡ эш хаҡы 200 мең һумдан башлана. Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты «Минең документтар 248-29-31. Өфөнөң коды 347.



