Митингта райондың ветерандар ойошмалары ағзалары, «Алпамыш» йәштәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Саарла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, локаль бәрелештәрҙә, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды, билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә һалды.
Рәсәйҙә Хәрби Дан көнө 2020 йылдың 9 октябренән билдәләнә. Иҫтәлекле дата 1943 йылда Кавказ өсөн һуғышта еңеү көнө булараҡ тарихҡа ингән.



