Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы тәңгәлендә Ағиҙел буйында төҙөлгән Колоннада асылды

Бөгөн Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы тәңгәлендә Ағиҙел буйында төҙөлгән Колоннада асылды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Абхазия президенты Аслан Бжания, Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин һәм власть органдары вәкилдәре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Сухум ҡалаһындағы Колоннада күсермәһе тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостан менән Абхазия дуҫлығы хөрмәтенә колоннаданың нигеҙенә тәүге таш 2023 йылдың 11 октябрендә һалынды. Ағиҙел яры буйындағы Колоннада - 1948 йылда Сухумда Ҡара диңгеҙ буйында төҙөлгән коллоннаданың теүәл күсермәһе. Яңы колоннада - ике яҡтың дуҫлығын нығытыуға һәйкәл. Объект Башҡортостан халҡы өсөн мөһим урында барлыҡҡа килде тип билдәләнде тантанала. Бында 1574 йылда Өфө ҡәлғәһебарлыҡҡа килгән, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенең 400 йыллығына арналған Дуҫлыҡ Монументы, Хеҙмәт ҡаһарманлығы стелаһы ла баш ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә.

22 колоннанан торған ҡоролманың бейеклеге 12, оҙонлоғо 30, киңлеге 6 метр. Конструкцияның нигеҙен ун метр тәрәнлеккә төшкән 40-тан ашыу быраулау свайҙары тәьмин итә. Өс мең таштан торған колоннада элементтары ҡул менән нығытылған. Өфөнөң туристик картаһында яңы объектты һалыу өсөн төҙөүселәргә Сухумдағы колоннаданы 3д скан эшләп проект төҙөргә тура килгән.

Төҙөүселәр әйтеүенсә, колоннада быуаттар буйына торасаҡ һәм уның өсөн атмосфера күренештәре ҡурҡыныс түгел.

Колоннада теүәл күсермә һәм уның бөтә үлсәмдәре тап килә. Айырмаһы - Абхазияла уның өҫкө өлөшө бетондан, Өфөлә тәбиғи таш менән көпләнгән бетондан яһалды.

Лариса Прокофьева, «Генпроект» ойошмаһы баш архитекторы

Башҡортостан менән Абхазияны күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Яҡтар төрлө өлкәләрҙә - сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы, медицина, туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә.

Туҡһанынсы йылдарҙа Башҡортостан Абхазияға эшелондар менән нефть продукттары ебәрҙе, шулай уҡ Абхазиянан студенттар беҙҙә юғары уҡыу йорттарында белем алды, беҙ уларға йәш кадрҙар әҙерләнек. Абхазия менән тарихи дуҫлыҡ тағы ла нығынды.

Рәмил Рәхимов, Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты

Башҡортостан- Абхазия дуҫлығын символлаштырған Колоннада Өфөнөң йылға ҡапҡаһы буласаҡ. Сөнки был тәңгәлдә һуңғы йылдарҙа круиз лайнерҙары туҡтай, тимәк, туристар ҙа Өфө менән танышыуҙы тап ошонан башлай.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ