Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында үткән тантанала йөҙҙән ашыу кеше юғары награда, почет грамотаһы һәм рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде. Наградаларҙың бер өлөшөн Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилин тапшырҙы. Ул Донбасс төбәктәрен төҙөкләндереүгә, урындағы халыҡҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Тиҫтә йылдар һөнәренә тоғро хеҙмәт иткән белгестәр бер майҙанда. Уҡытыусылар, төҙөүселәр, ауыл хужалығы эшсәндәре, аҡ халатлылар, яҙыусылар, инженерҙар һәм башҡалар. Йөҙҙән ашыу кеше Республика көнө уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулынан дәүләт наградаһы, рәхмәт хаты, почет грамотаһы алды. Бүләкләнеүселәр араһында яҙыусы, журналист Гөлсирә Ғизәтуллина ла бар. Ул Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Төрлө тармаҡтарҙа эшләгән хеҙмәт алдынғыларын бер тойғо берләштерә - эшкә һәм Башҡортостанға һөйөү. Республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөн индергән тәжрибәле белгестәр ҡатмарлы геосәйәси шарттарға ҡарамаҫтан һөнәри бурысын лайыҡлы үтәп яҡшы күрһәткестәргә ирешә.
Республика көнө Башҡортостанда 1990 йылдан алып билдәләнә. 11 октябрь матур йолаға ярашлы ҙур дәүләт байрамына әйләнде һәм төбәктең бөтә биләмәләрендә тантаналы саралар үтә
Республика көнө уңайынан юғары дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары йәҙҙән ашыу кешегә тапшырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән берлектә наградаларҙың бер өлөшөн Донецк халыҡ республика етәксеһе Денис Пушилин тапшырҙы. Медицина хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр һәм Донбасс халҡына күп яҡлы ярҙам күрһәтеүсе белгестәр тәбрикләнде.
Башҡортостандан Донбассҡа аҙыҡ-түлек, дарыу кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары даими оҙатыла. Красный Луч ҡалаһында һәм башҡа биләмәләрҙә республиканан төрлө тармаҡ белгестәре эшләй. Яҡташтарыбыҙ көсө менән юлдар һәм социаль объекттар төҙөкләндерелә.
Башҡортостан менән Донецк халыҡ республикаһы киләсәктә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙерләнә. Ә инде төп маҡсат - уртаҡ көс менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, Еңеүҙе яҡынайтыу.
Флорида Ким



