Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре Радий Хәбировтың Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Денис Пушилин менән осрашыуында тикшерелде. Башҡортостан башлығы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, шул иҫәптән иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн потенциалдың юғары булыуын билдәләне.
Бөгөн яҡташтарыбыҙ Рәсәйҙең, шул иҫәптән Донбастың имен киләсәге өсөн көрәшә. Республика шулай уҡ тораҡ пункттарҙы тергеҙеүҙә һәм урындағы халыҡҡа гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Ошо йүнәлештәр менән бер рәттән Башҡортостан, әлбиттә, берлектәге мәҙәни һәм спорт проекттарын тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына. Денис Пушилин үҙ сиратында Башҡортостан халҡына төбәккә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Республика көнө менән ҡотланы.



