Өфөлә Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте

Республика көнө Башҡортостандың төп дәүләт байрамы. Өс тиҫтәнән ашыу йыл элек халҡыбыҙ мәнфәғәтенән сығып социаль-иҡтисади, фәнни һәм рухи-мәҙәни үҫешкә нигеҙ һалынды Бөгөн дә халҡыбыҙ үҙ берҙәмлеге, фиҙаҡәр хеҙмәте менән республиканы алға әйҙәй, яңы үрҙәргә этәрә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларын дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне.

Республика көнө иң төп берләштереүсе байрам. Тап ошо көндә баш ҡалала республиканың төрлө тарафтарында йәшәүсе, төрлө тармаҡта хеҙмәт итеүсе уңғандар йыйыла.

Өс тиҫтә йыл тик алға. Башҡортостан быуаттар төпкөлөнән күп милләтле илебеҙҙең ышаныслы терәге. Бөгөн дә республикабыҙ төп байрамын оло еңеүҙәр менән ҡаршы ала.

Шулай ҙа Башҡортостандың төп байлығы ул эшһөйәр халҡы, тине Радий Хәбиров. Тап улар хеҙмәте республиканы юғары үрҙәргә, яҡты киләсәккә әйҙәй. Бөгөн хеҙмәт уңғандары Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

Салауат Юлаев премияһын тапшырыу ҙа Республика көнөнә арналған тантананың матур йолаһына әйләнде. Быйыл мәртәбәле наградаға Өфө хосписы проекты өсөн «Башкиргражданпроект» институты хеҙмәткәрҙәре Роберт менән Станислав Александровтар һәм Марина Завиская, сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл төҙөгәне өсөн Салауат Щербаков, шулай уҡ «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмын төшөргән өсөн «Муха» йәмғиәте етәксеһе Артур Абдрахманов, «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев, рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев лайыҡ булды.

Тантаналы ултырыш ғәҙәттәгесә, республиканың сәнғәт әһелдәре сығышы менән тамамланды. Артистар йыр- бейеүҙәрендә Башҡортостандың үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген сағылдырҙы. Быйыл тамаша айырыуса илһөйәрлек, рухи көс менән һуғарылған. Был аңлашыла, сөнки республикала йәшәүсе һәр кемдең йөрәге ил йөрәге менән бергә тибә.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ