Яңы байрам булдырылыуы тураһында төбәк башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбленең таныштырыу концертында иғлан итте. Был башланғысты ижади коллектив, тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡабул итте. Республика етәксеһе тарихи ваҡиғала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ҡурай - башҡорт милләтенең символы, быуындарҙы бәйләүсе ҡомартҡы, халҡыбыҙҙың күңеле булыуын билдәләне.
Быйыл мартта республика етәксеһе Указы менән булдырылған ансамблде гастролдәр менән башҡа район-ҡалаларҙа, сит төбәктәрҙә лә көтәләр. Шуға артистар сәфәрҙәргә йөрөргә бүләк - автобус та алды. Сәнғәт эшмәкәрҙәре республикала милли музыка уйын ҡоралы - ҡурайға ҡарата иғтибарҙың артыуына оло ҡыуанысын белдерҙе.



