Башҡорт теленән онлайн олимпиаданың икенсе көнө үтте

Тәүге көндә тест һорауҙарына 16 меңдән ашыу кеше яуап биргән. Бөгөн сараға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла ихлас ҡушылды. Олимпиада шарттары буйынса улар 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирҙе. Тест әҙәбиәт, тарих, тел кеүек төрлө өлкәне үҙ эсенә алған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Олимпиада ҡатнашыусыларын Полина Пурахина «Таштуғай» башҡорт халыҡ йыры менән сәләмләне. Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депуттары менән бергә дәүләт теленән тест һорауҙарына яуап бирҙе.

Әйткәндәй, олимпиаданың беренсе көнөндә 16 меңдән кеше ҡатнашҡан. Быйыл ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булыр, тигән ышаныста ойоштороусылар. Сөнки, башҡорт теленә башҡа милләт вәкилдәре лә ҡыҙыҡһыныу белдерә.

Өс кимәлдәге һорауҙарҙы ла ошо уҡ университет ғалимдары төҙөгән. Былтыр башҡорт телендә ирекле һөйләшеүселәр тест һорауҙарын ҡатмарлы, тип тапҡан. Шуға ла быйыл тел һәм әҙәбиәт белгестәре уларҙы ябайлаштырырға тырышҡан.

Олимпиаданы үтер өсөн, ябай смартфон йәки компьютер етә. Онлайн бәйгенең башҡорт телен һанлаштырыуҙағы өлөшө ҙур. Һорауҙарға дөрөҫ яуаптар олимпиада тамамланғас билдәле була. Әйткәндәй, ойоштороусылар осраҡлы рәүештә бер нисә ҡатнашыусыға махсус бүләк тә әҙерләгән. Олимпиадала 11 октябргә тиклем ҡатнашырға мөмкин.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ