Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатылды

Хәрбиҙәр өсөн кәрәк-яраҡтарҙы Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге туплаған. Йөктө үҙәк етәксеһе Фәрит Ғиндуллин оҙатып барған. Ул Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье өлкәләрендәге хәрби берләшмәләрҙә булған. Һалдаттарға автомобиль, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре тапшырылған. “Саҡмағош районы яугирҙары өсөн тәғәйенләнгән әйберҙәр Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә арнап тупланды. Ул яҡташтарына һәр ваҡыт ярҙам итергә ынтылды. Һалдаттарға квадрокоптер, тепловизор, электр генераторы, төҙөлөш материалдары, эш ҡоралдары алып барҙыҡ. Беҙ гуманитар ярҙамды ир-егеттәрҙең заявкалары буйынса әҙерләйбеҙ. Был яҡшы һәм һөҙөмтәле ысул”, - тип белдерҙе Фәрит Ғиндуллин.

Фото №1 - Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ