Ҡалала “Изгелек бүләк итәбеҙ” ирекмәндәр ойошмаһы эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреү өсөн гуманитар ярҙам әҙерләй. “Маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ, дрондарҙан һаҡланыу өсөн одеалдар тегәбеҙ. Батыр ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү теләге беҙҙе берләштерҙе”, ти пенсионерҙар Кәшифә Яҡупова һәм Зилә Баукова.




