Республикала тәбиғәт парктарына килеүселәр арта

Быйыл айырым һаҡланған биләмәләрҙә 150 меңдән ашыу турист ял иткән. Мәҫәлән, “Башҡортостан” милли паркына 90 мең кеше сәйәхәт ҡылған. Парктың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез районы Нөгөш ауылы һәм Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылы янындағы экоһуҡмаҡ иң популяры һанала. Сәйәхәтселәр унан йәйәү атларға ярата. Хеҙмәткәрҙәр юлды даими таҙартып тора. Парк биләмәһендә ҡанун боҙоу осраҡтары ла теркәлә. Быйыл 9 айҙа 400-ҙән ашыу протокол төҙөлгән. Рөхсәтһеҙ балыҡ тотҡан һәм законһыҙ төҙөлөш алып барған кешеләргә ҡарата ике енәйәт эше асылған. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы халыҡ араһында популяр булған урындарҙы асыҡлаған. Беренсе урында Ҡандракүл, икенселә Мораҙым тарлауығы, өсөнсө баҫҡыста Ирәмәл, артабан Асылыкүл һәм Еҙем парктары. Башҡортостандың гүзәллеген күрергә килгән сәйәхәтселәр араһында Рәсәй төбәктәренән, Ҡытай, Беларусь, Ҡаҙағстан, Һиндостан һәм Польшанан туристар күп булған.

Фото №1 - Республикала тәбиғәт парктарына килеүселәр арта
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ