Республика көнөнә арналған рәсми саралар Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды

Республика көнөнә арналған рәсми саралар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.

Башҡорт милли әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың тәүге хөкүмәт ағзаһы, халҡы, туған теле, тыуған ере өсөн янып-көйөп йәшәгән бөйөк шәхес-Шәйехзада Бабич республиканың бөгөнгөһөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тантанала Абхазия Президенты Аслан Бжания , Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары ла ҡатнашты.

Республика етәкселеге һәм байрам ҡунаҡтары Салауат Юлаев һәйкәленә лә сәскә гөлләмәләре һалды.

Милли батырыбыҙға һәйкәл 1967 йылда асыла. Ул Рәсәйҙә һәм Европала иң ҙур атлы статуя . Рәсми вәкилдәр халҡы өсөн йәнен-тәнен аямаған батырыбыҙҙы иҫкә алды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика әле лә тарихи үткәненә ихтирам, киләсәккә өмөт менән ышаныслы алға бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ