Уларҙы сафҡа алыу тантанаһы бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания ҡатнашты, етәкселәр Рәсәй Геройының һәйкәленә сәскә һалды, йәш шайморатовсыларға теләктәрен еткерҙе. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Тыуған илеңдең лайыҡлы гражданины булырға, уны һаҡларға, яҡларға. Ә бының өсөн тырышып уҡырға, физик әҙерлекле булырға кәрәк. Һәр шайморатовсы яңы статустың яуаплылығын яҡшы аңлай. Шуға ант уҡыусылар өсөн ябай һүҙҙәр генә түгел, ул күңел торошо, эске булмыш.
69 класс, 200-гә яҡын уҡыусы. Шайморатов класында малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа байтаҡ. Аҡ таҫмалар таҡҡан ҡыҙҙар нескә генә күренһә лә, үҙҙәренең герой вариҫтары булыуын, яңы статусты аҡларға тейешлеген яҡшы аңлай.
112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры исемен йөрөткән кластар 4 йыл элек барлыҡҡа килде. Бөгөн мәғариф системаһын шайморатов кластарынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай.
Шайморатов кластары физик, хәрби әҙерлек буйынса ғына түгел, белем кимәле буйынса ла өлгө булып тора. Был синыфҡа иң көслө, алдынғы уҡыусылар һайлап алына.
Тәүге Шайморатов кластары Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында, 1-се һәм 2-се полилингваль белем усаҡтарында асылғайны. Мәғариф учреждениелары герой исемен оло ғорурлыҡ менән лайыҡлы йөрөтә.
Шайморатов кластарына 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы тапшырыла. Ул уҡыусыларға көн һайын оло яуаплылыҡ хаҡындә хәтерләтеп, яңы үрҙәргә әйҙәп торасаҡ.
Рәмзиә Кәримова



