Республикала йыл һайын 10 октябрь Ҡурай көнө булараҡ билдәләнә башлай

Был туралағы Указға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Яңы байрам булдырылыуын ул Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбле концертында иғлан иткәйне. Ете ай эсендә ойошторолған ижади коллективтың тәүге ҙур мәҙәни сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

Башҡорт халҡының мәңгелек юлдашы - ҡурай моңоноң көсөн һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Күңелдәрҙе арбар сихри көскә эйә ул. Ете ай элек төбәк башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Мәҙәниәт министрлығына тиҙ арала коллектив булдырып, эш башлау бурысы ҡуйылды. Һәм ниһайәт, алдан вәғәҙәләнгәнсә, Республика көнөнә ансамбль ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Республика башлығы Радий Хәбиров тарихи ваҡиғала - ансамблдең таныштырыу концертында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ҡурай - башҡорт милләтенең символы, быуындарҙы бәйләүсе ҡомартҡы, халҡыбыҙҙың күңеле булыуын билдәләне.

Яңы башланғысты ҡурайсылар, тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Милли музыка ҡоралын һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте 15 ноябргә тиклем Ҡурай көнөн ойоштороуға бәйле саралар планын раҫларға тейеш. Бынан тыш, республика район-ҡалаларында ҡурай менән бәйле тематик саралар уҙғарыу тәҡдим ителә. Ҡурайсылар ансамбле лә үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе маҡсаты һанай.

Республикала башҡорт милли музыка ҡоралын һаҡлау, донъя кимәлендә танытыу буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш башҡарыла.

Ә инде Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамблен гастролдәр менән башҡа район-ҡалаларҙа, сит төбәктәрҙә лә көтәләр. Республика тарафынан артистарға сәфәргә йөрөргә автобус та тапшырылды .

Ҡурайсылар ансамблен ойоштороу мәсьәләһе оҙаҡ йылдар күтәрелеп килгәйне. Ижади коллективтың тупланыуы - башҡорт милли сәнғәте өсөн тарихи, күптән көтөп алынған ваҡиға. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған тәүге күләмле сара, яңы ҡарарҙар ҙа ҡурайсыларҙың ижады эшмәкәрлегенә ҙур яңы көс өҫтәне.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ