Махсус хәрби операция биләмәһенә элемтә тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән заманса техника ебәрелде

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан махсус хәрби операция биләмәһенә элемтә тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән заманса техника ебәрелде. Парламент депутаттары махсус хәрби операция өсөн кәрәкле ярҙамды даими ойоштора.

Республика көнөндә хәрби биләмәлә элемтә булдырыусы заманса яңы ҡорамалдар оҙатыла. Элемтә саралары дошман менән көрәштә иң кәрәкле сараның береһе, ул яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дә мөһим. Депутаттар һуңғы быуын элемтә системаларын һатып алған, был ҡорамалдарға радиоэлектрон көрәш системалары, пилотһыҙ аппараттар, рациялар һәм бөтә элемтә саралары комплексы инә. Үҙенең характеристикалары һәм мөмкинлектәре буйынса ул тотош батальон өсөн бәйләнешкә ихтыяжды ҡаплай .

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ