Оксана Лут «Алтын көҙ»-2024 агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы стендын ҡараны

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Оксана Лут «Алтын көҙ»-2024 агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы стендын ҡараны.

Рәсәй ауыл хужалығы министры «Авилат» компанияһының техник киндер үҫтереү һәм эшкәртеү буйынса проекты менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие быйыл Бүздәк районында техник культураны эшкәртеү буйынса завод асҡан. Продукция йылытҡыстар, туҡыма булмаған материалдар, арҡан, арболит блоктары етештереүҙә ҡулланыла. Предприятиела сәғәтенә 300 килограмм сүс эшләп сығарыла. Хужалыҡта был техник культура сәсеүлектең 600 гектарҙан ашыу майҙанын тәшкил итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ