«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы ярҙамында төҙөкләндереү сараларына дәүләттән бер нисә тапҡыр финанс ярҙам йәлеп иткән. Йәмғеһе республикала быйылғы программа сиктәрендә 600-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған.
Таяҡ тартыу - башҡорт халҡының борондан килгән уйыны. Максим Горький ауылы мәктәбе уҡыусылары был спорт төрөнән генә түгел, волейбол, баскетбол, саңғы, көрәш буйынса районда алдынғыларҙың береһе һанала. Һәр ярышта әүҙем ҡатнаша һәм даими еңеүсе булып сыға.
Яңы спорт майҙансығы йәш спортсыларҙың оҫталығын тағы ла камиллаштырыуға булышлыҡ итәсәк. Саф һауала шөғөлләнеү балалар һаулығын нығыта. Быға тиклем улар тик ябыҡ спорт залында ғына шөғөлләнгән. Майҙанда балаларҙы ғына түгел, өлкән йәштәге спорт һөйөүселәрҙе лә күрергә мөмкин. Хатта, күрше ауылдарҙан да киләләр.
Максим Горький ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһын үҙ ихтыяжы өсөн оҫта файҙалана. Дәүләт ярҙамы менән улар зыяратты кәртәләгән, трактор һатып алған, юлдар һалған.
Спорт майҙансығын төҙөүгә йәмғеһе миллион ярым һум аҡса йәлеп ителгән. Сығымдарҙың күп өлөшөн дәүләт ҡаплай. Бер нисә өлөшөн ауыл советы хакимиәте, халыҡ һәм бағыусылар бүлә. Ауыл халҡы майҙансыҡты төҙөүҙә аҡсалата ғына түгел, ҡул эше менән дә ярҙам иткән. Уларҙың киләсәккә лә пландары ҙур.
Рәзилә Ғилметдинова



