Сәхнәгә - «Ҡара һыуҙар» поэмаһы сыға. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тиҙҙән «Ҡара һыуҙар» спектакленең премьераһын тәҡдим итәсәк. Башҡортостандың халыҡ шағирының поэмаһы нигеҙендә ҡуйылған сәхнә әҫәре башҡорт әҙәбиәте классигының тыуыуына 105 йыл тулыуға арнала. Режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев. Поэма быға тиклем дә төрлө театр сәхнәләрендә ҡуйылғаны булған, әммә был юлы жанр бер аҙ үҙгәртелгән. Спектакль авторҙары тарафынан яңы персонаждар индерелгән, Мостай Кәримдең көндәлектәре, интервьюлары файҙаланылған.
Милли йәштәр театры 35-се ижад миҙгелен яңы спектакль менән аса. Шулай уҡ Мостай Кәримдең 105 йыллығына декадник үткәреү планлаштырылған. Унда драматургтың әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдәр күрһәтеләсәк. Бынан тыш, Салехард ҡалаһына гастролдәр көтөлә. Ә Өфө тамашасыһы «Ҡара һыуҙар» спектакленең премьераһын Мостай Кәримдең тыуған көнө - 20 октябрҙә ҡарай ала.



