Өфөнән Илдар Суфияровҡа ил Президенты Указы менән үҙе һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Был турала социаль селтәрҙәрә Радий Хәбиров яҙҙы.
Өлкән лейтенант Суфияров «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы взводына командалыҡ итә. Оборона министрлығы менән контрактҡа 2023 йылдың майында ҡул ҡуя. Быйыл 12 апрелдә хәрби бурысын үтәгәндә уның командалығындағы төркөм бер нисә сәғәт позицияларын һаҡлап ҡала. Дошмандың аяуһыҙ һөжүмен кире ҡағып, өлкән лейтенант Суфияров бер үҙе ҡала. Әсирлеккә бирелергә теләмәй үҙен һәм Украина хәрби көстәренең өс һалдатын граната менән шартлата. Рәсәй Президенты Владимир Путинға һәм Оборона министры Андрей Белоусовҡа өлкән лейтенант Суфияровҡа юғары исем биреү тураһындағы үтенесебеҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағандары өсөн рәхмәт белдерәм. Яугирҙың туғандары һәм яҡындары хаҡында мотлаҡ хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Ватанды һаҡлаусыларыбыҙҙың ғаиләләре - беҙҙеке, тип яҙҙы Башҡортостан башлығы.
Әйткәндәй, был аҙнала Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышҡа Илдар Филарет улының яҡындары ла саҡырылды. Сарананан һуң Радий Хәбиров Рәсәй Геройының әсәһе, ҡатыны һәм ҡыҙы менән осрашты.



